📣📣📣 Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына бөгөн 90 йыл.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем ала.Оҙаҡ йылдар Ағиҙел журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. 1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.
❗❗❗Һеҙҙең иғтибарга Яңауыл үҙәк район китапханаһы фондында булған шағирҙың китаптарын тәҡдим итәбеҙ.